Поздравление Главы Администрации Бурзянского района Г.М. Манапова с Днем работника культуры

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары! 25 март көнө Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә.

Хөрмәтле мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре һәм ветерандары!

25 март көнө Рәсәй мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре көнө билдәләнә. Ошо айҡанлы районыбыҙҙың барлыҡ мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ихлас ҡотлайым!

Был әһәмиәтле дата календарҙа осраҡлы ғына билдәләнмәгән. Мәҙәниәт милли характерҙы формалаштыра, халҡыбыҙҙың бай милли йолаларын, ғөрөф-ғәҙәттәрен, кәсептәрен һаҡлау һәм уны үҫеп килеүсе быуынға еткереү йәһәтенән һөҙөмтәле эштәр алып барыла.

Һеҙҙең тырышлыҡ менән күп кенә байрамдар, конкурс-фестивалдәр традицион рәүештә үткәрелеп, балалар, йәштәр һәм өлкән быуын вәкилдәре араһында ҙур популярлыҡ менән файҙалана.

Йылдан-йыл ижади коллективтар, сәнғәт оҫталары халыҡ-ара, Рәсәй, республика кимәлендәге конкурстарҙа ҡатнашып районыбыҙҙың данын лайыҡлы яҡлайҙар. Беҙ уларҙың ҡаҙаныштарына һәм еңеүҙәренә ихлас ҡыуанабыҙ.

Барығыҙға ла ныҡлы һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ҡаҙаныштар һәм ижади үрҙәр юлдаш булһын!

Бөрйән районы муниципаль  район Хакимиәте башлығы Ғ.М. Манапов

Последние новости

Результаты кадастровой оценки в Башкортостане

Министерство земельных и имущественных отношений представило новые данные по объектам капитального строительства.

Творческий подход к выборам в Иштуганово

Студентка в национальном костюме принимает участие в выборах.

Участковые избирательные комиссии продолжают свою работу до позднего вечера

Граждане могут голосовать до 20:00 в своих участковых избирательных комиссиях.

Card image

Тех, кто реже будет пользоваться услугами такси и чаще — общественным транспортом, может стать больше.

На этом сайте представлены актуальные варианты, чтобы снять квартиру во Всеволожске на выгодных условиях

Комментарии (0)

Добавить комментарий

Ваш email не публикуется. Обязательные поля отмечены *